Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әбйәлил районында. Төбәк Башлығы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.
Тирмән ауылында Радий Хәбиров тәбиғи ташты эшкәртеү заводында булды. Көньяҡ Урал өсөн перспективалы етештереү 1999 йылда уҡ булдырылған, тик күп тә ваҡыт үтмәй банкротҡа әйләнә. 2014 йылдан республика милкендәге мөлкәтте “Уралагротехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡуртымға ала. Предприятие мәрмәр һәм гранит эшкәртеү менән шөғөлләнә, полировкаланған плиталар, юл һәм тротуар бордюрҙары, төҙөлөш өсөн кәрәк башҡа материалдар етештерә.
Генераль директор Рәсим Зарипов белдереүенсә, бинала йылы юҡ, газ үткәргес үткәрелмәгән һәм ҡыйыҡтан һыу ағып тора. Етештереү өсөн даими һыу әйләнеше булдырыу кәрәк, шуға күрә һыуыҡ көндәрҙә бында эшләү мөмкин түгел. Ошо сәбәпле ноябрҙән алып майға тиклем завод һәм ҡорамалдар буш тора.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, муниципалитетта завод эшмәкәрлеген тулы кимәлдә тергеҙеү буйынса проект офисы булдырылған. Тулы ҡеүәттә эшләгән осраҡта, 50 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Радий Хәбиров тауар өлгөләрен ҡарап сыҡты, логистика мәсьәләләрен тикшереҙе һәм тауарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды.
– Беҙ әлеге ваҡытта уңайлы ҡала мөхите булдырыу, парктарҙы яңыртыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ һәм был эштәрҙә мәрмәр һәм гранит кеүек материалдар файҙаланабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Мәҫәлән, Совет майҙанын реконструкциялағандан һуң, бөтә нәмә граниттан буласаҡ, “Торналар һәм “Беренсе май” парктары шулай уҡ ошо таш менән биҙәлә. Беҙ ошондай предприятиелар эшләй алһын өсөн махсус һорау тыуҙырабыҙ. Йәй эсендә беҙ бында ремонт эшләрбеҙ, заводты тәртипкә килтерербеҙ. Урыны һәйбәт, яҡшы ғына сәнәғәт кластеры булдырыу мөмкинлеге бар.
Әбйәлил районында республиканың иң ҙур инвестиция проектының береһе – Lasselsberger компанияһының ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү заводы төҙөү тормошҡа ашырыла. Инвестиция күләме, 4,2 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостан Башлығы төҙөлөш эштәре барышы менән танышып сыҡты, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштеләр. Инвестор вәкиле белдереүенсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле сроктар бер аҙ күсһә лә, заводты йыл аҙағына тиклем эшкә ҡушырға йыйыналар.
– Бында юғары технологиялы, заманса предприятие буласағына күңел шатлана. Был Рәсәйҙәге ошондай икенсе производство, тик сығарыласаҡ тауар күләме буйынса беҙҙеке күпкә ҙурыраҡ. Көньяҡ Урал өсөн был 500-гә тиклем яңы эш урыны һәм һалымдар. Был турала хыялланырға ғына була, – тине Радий Хәбиров. – Тик беҙ тынысланмайбыҙ, компания етксеһе менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ул артабан да етештереүҙе үҫтерһен, инвестициялар күләмен 14 миллиард һумға тиклем еткерһен тип теләйбеҙ.