6 май көнө Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән, Һанлы үҫеш министрлыҡтары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡарма комитеты тарафынан ғәмәлләшкән «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» проекты нигеҙендә, төбәктәге аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә 500 планшет тапшырылды.
Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән гаджеттар дистанцион белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ етди һынау алдында торған егет-ҡыҙҙарға уңышлы имтихан тотоп, юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарына уҡырға инеү йәһәтенән ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Заманса ҡоролмалар төбәк Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән Рәсәй юристары берекмәһе тарафынан бүленгән аҡсаға һатып алынған.
Бынан алда республикала 200 ғаилә кәрәкле техниканы алып һөйөнгән ине инде. Яңы һәм ҡулланылышта булған төҙөк гаджеттар менән депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған ватандаштарыбыҙ ярҙам ҡылған.
Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары аҙ килемле ишле ғаиләләрҙе гаджеттар менән үҙаллы тәьмин иткән. Байтаҡ ҡына муниципалитеттар ҙа был мәсьәләне ошолай уҡ хәл итергә тырыша һәм, ун беренселәрҙән тыш, IX класс уҡыусыларын да компьютер техникаһы менән йыһазландыра.
- Белорет районында аҙ килемле ишле ғаиләләр рәтенә ингән 17 сығарылыш класс уҡыусыһына планшет тапшырылды. Уларҙың алтауһы райондан булһа, ун бере - ҡаланан. Дистанцион уҡыу өсөн мөһим гаджеттар ысынлап та мохтаж, шул уҡ мәлдә белем алырға ынтылышы, теләге булғандарға ярҙам йөҙөнән бушлай бирелде, - тине мәғариф идаралығының методик бүлек етәксеһе Нелля Рәфҡәт ҡыҙы Польщикова.
Белем алыуҙың дистанцион формаһын үҙләштереүҙә матди йәһәттән ҡыйынлыҡтар кисергән ишле ғаиләгә үҙ ҡулдары менән планшет тапшырған Абҙаҡ мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире Илүзә Зада ҡыҙы Баймөхәмәтова ла гәзит уҡыусыларға үҙ фекерен еткерҙе:
- Үҙизоляция шарттарында барыбыҙ ҙа дистанцион уҡыу-уҡытыу формаһына күсергә мәжбүр булдыҡ. Бәхеткә күрә, күп кенә атай-әсәйҙәр мәктәп йәшендәге балаларын был төр уҡыуҙа ҡулланылған кәрәкле техника менән тәьмин итә алды. Шулай ҙа матди хәле тотороҡһоҙ ишле ғаиләләргә ауырға тура килде. Мәҫәлән, төрлө йәштәге өс уҡыусыға бер генә техник сара булған осраҡта, билдәле ваҡыт арауығында үткән онлайн-дәрестәр аша белем алыу, электрон ресурстарҙы ҡулланыу мөмкин түгел. Абҙаҡ мәктәбе лә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһынан ситтә ҡалманы - ишле ғаиләлә үҫкән Ринат атлы егетебеҙ бөгөнгө көндә планшетлы булды. Әлбиттә, уҡыусыларҙы барлағанда бөтөн критерийҙар ҙа күҙ уңында тотолдо. Ринат Билалов, мәҫәлән, уҡыуға бик һәләтле, тырыш, район-республика кимәлендә уҙған олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Әйткәндәй, сабый тауыштарынан гөж килгән ҙур ғаиләлә беҙҙе сикһеҙ тулҡынланып, һөйөнөп ҡаршы алдылар... Үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыусыбыҙға имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙе теләгән уҡыу йортона инеүен теләйбеҙ...
Эйе, йөмлә ғаләм өсөн еңел булмаған мәлдә кешеләргә ҡыуаныс килтергән, йәнә бер ҡат бәндәләрҙең мәрхәмәтлелегенә инандырған изге ғәмәлдәр, һис шикһеҙ, алдағы көндәргә ышаныс вә өмөт уята, ихлас йылмайта ла.