Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 09:00

Республика Башлығы - Белоретта

Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Белорет районында ла булып китте. Бында ла ул райондың сәнәғәт предприятиеларында булды, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү менән танышты.

Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Иҙел башында булып китте. Ул райондың сәнәғәт предприятиеларында булды, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү менән танышты.
ТОСЭР сиктәрендә Белорет ҡалаһында инвестиция проектын Урал пружина заводы генераль директоры Денис Лоҡманов тормошҡа ашырырға йыйына. Бөгөн киң номенклатуралы пружиналар эшләү етештереүендә 477 эшсе йәлеп ителгән. Предприятиеның йыллыҡ әйләнеше 2 млрд. һумдан ашыу, ә уларҙың тауары Рәсәй һәм Европала 5000 клиент араһында һорау менән файҙалана.
Тағы ла 307 млн. һум аҡса һалып, инвестор рессорҙар етештереүен ойоштормаҡсы. Бының өсөн ТОСЭР-ҙың яңы резиденты – “Рессора” НПФ-ы теркәлгән. Апрель башында был башланғысты “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаранылар һәм уны өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерҙеләр. Бында сит ил ҡорамалдары алған саҡта курс айырмаһы компенсацияланасаҡ.
Башҡортостан Башлығы етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты, сығарылған тауарҙар ассортименты менән танышты. Денис Лоҡманов коллектив хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн күрелгән санитар саралар тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, заводта дезинфекция үткәреү өсөн автоматик ҡулайлама ҡуйылған.
– Предприятие етештереү мәҙәниәте менән дә, яҡлау саралары булдырыу менән дә шатландырҙы. Беҙ мотлаҡ рәүештә әлеге еңел булмаған шарттарҙа ла үҫешергә теләгән проекттарға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы.
Читайте нас: