Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2020, 15:40

Металлургтар ҡалаһына - яңы һулыш

Белоретҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Точисский урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө барышы менән танышты. “Геострой” компанияһының генераль директоры Рөстәм Хажиев бинаны төҙөү һәм инженер селтәрҙәрен үткәреү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

Быға тиклем 60-сы йылдарҙа төҙөлгән барактар урынлашҡан ерҙе комплекслы үҫтереү планлаштырыла. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен яңыртҡан. Төҙөкләндереү эштәре үткәреү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу планы бар.
Радий Хәбиров Белоретта торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерергә кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән компанияларҙың Башҡортостандың башҡа ҡалаларына ҡарағанда Өфөгә өҫтөнлөк биреүен күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге ҙур булмаған ҡалаларҙа эшләргә теләгән бизнес вәкилдәренә ярҙам күрһәтәсәк.
Артабан Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһының ҡала быуаһы яры буйын ҡарап сыҡты. Был урынды төҙөкләндереү проектын халыҡ һорауы буйынса эшләгәндәр. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, 2,5 гектар майҙанда спорт зонаһы, йәмәғәт туҡланыуы урындары, пляж, күңел асыу саралары үткәреү өсөн майҙансыҡ төҙөү күҙаллана. Бөтә ергә заманса яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системалары ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, Белорет ҡалаһында заманса ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: