Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2020, 15:30

Оноторға тейеш түгелбеҙ!

Межгорье ҡалаһында 19 ветеран йәшәй, улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерь тотҡондары бар.2019 йылдың сентябренә тиклем ҡалала берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәүе теркәлгән: Лариса Тимофеевна Вардамацкая.Йыл һайын ҡала хакимиәте ярҙамы менән урында “Ветеранды ҡотла” акцияһы ойошторола. Быйыл ул 7 майҙа үткәрелгән, сарала хакимиәт, мәғариф бүлеге, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, ирекмәндәр ҙә ҡатнашҡан. Сәскәләр, аҡсалата бүләк, аҙыҡ-түлек тупланмалары – быларҙың һәр береһе ветерандарға ихлас күңелдән еткерелгән. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа был акцияны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан.Һуғыш ветерандарының рәттәре һирәгәйһә лә, Еңеү байрамының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур: шундай афәт ҡабатланмаһын өсөн, беҙҙең олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Еңеү көнөндә Межгорье ҡалаһында барлыҡ байрам саралары онлайн тәртиптә үткәрелде: www.ckid.club һылтанмаһы буйынса тапшырыуҙарҙы ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял үҙәге сайтында ҡарарға мөмкин булды.Атап әйткәндә, ҡала халҡы 2017 йылда Межгорьела үткән “Үлемһеҙ полк” акцияһын, урындағы “Пауза” өлгөлө театр студияһы сәхнәләштергән “Василий Теркин” видеопоэмаһын, "Яҙҙар еткәс ҡайтырмын” проектын, 2018 йылғы байрам концертын һәм башҡа сараларҙы күрҙе.21.00 сәғәттә ҡалала “Тынлыҡ минуты” иғлан ителде. Унан һуң “Импульс” ижади төркөмө һуғыш геройҙары өсөн концерт программаһын тәҡдим итте."Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: wikimedia.org

Межгорье ҡалаһында 19 ветеран йәшәй, улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерь тотҡондары бар.
2019 йылдың сентябренә тиклем ҡалала берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәүе теркәлгән: Лариса Тимофеевна Вардамацкая.
Йыл һайын ҡала хакимиәте ярҙамы менән урында “Ветеранды ҡотла” акцияһы ойошторола. Быйыл ул 7 майҙа үткәрелгән, сарала хакимиәт, мәғариф бүлеге, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, ирекмәндәр ҙә ҡатнашҡан. Сәскәләр, аҡсалата бүләк, аҙыҡ-түлек тупланмалары – быларҙың һәр береһе ветерандарға ихлас күңелдән еткерелгән. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа был акцияны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
Һуғыш ветерандарының рәттәре һирәгәйһә лә, Еңеү байрамының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур: шундай афәт ҡабатланмаһын өсөн, беҙҙең олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Еңеү көнөндә Межгорье ҡалаһында барлыҡ байрам саралары онлайн тәртиптә үткәрелде: www.ckid.club һылтанмаһы буйынса тапшырыуҙарҙы ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял үҙәге сайтында ҡарарға мөмкин булды.
Атап әйткәндә, ҡала халҡы 2017 йылда Межгорьела үткән “Үлемһеҙ полк” акцияһын, урындағы “Пауза” өлгөлө театр студияһы сәхнәләштергән “Василий Теркин” видеопоэмаһын, "Яҙҙар еткәс ҡайтырмын” проектын, 2018 йылғы байрам концертын һәм башҡа сараларҙы күрҙе.
21.00 сәғәттә ҡалала “Тынлыҡ минуты” иғлан ителде. Унан һуң “Импульс” ижади төркөмө һуғыш геройҙары өсөн концерт программаһын тәҡдим итте.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: wikimedia.org
Читайте нас: