Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Май 2020, 16:35

Һәр ветеранға айырым иғтибар

Бер ветеран өсөн парад. Муниципаль район хакимиәте район-ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларын ошондай форматта ҡотланы. Бөгөнгө көндә улар унау: Үрге Әүжән, Үҙән, Шығай, Тирлән, Тимер юл ауылдарында, Белорет ҡалаһында йәшәй.

Байрам тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Иванюта, ауылдар хакимиәттәре башлыҡтары ҡотланы. Мәҙәниәт һарайының тынлы оркестрының ҡыҫҡартылған составы, төрлө ғәскәрҙәр ветерандары, ирекмәндәр һәм башҡалар ҡатнашты. Тантана барышында юғары әҙерлек режимы талаптары үтәлде. Парадты ветерандар ҙур тулҡынланыу менән тәҙрәләренән, балкондарынан күҙәтте.
Еңеү батырҙарына юбилей миҙалдары, сәскәләр һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: