Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 22:50

Ағиҙелдә йөҙөр теплоходтар

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Судно ремонтлау – судно төҙөү заводы” яуаплылығы сикләгән йәмғиәтендә булды.

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Судно ремонтлау – судно төҙөү заводы” яуаплылығы сикләгән йәмғиәтендә булды.
Ул “Чайка”, “Арыҫлан Мөбәрәков” һәм “Башҡортостан” теплоходтарын ҡараны, предприятины тергеҙеү эштәре менән танышты.
– Беҙ заводты банкротлауҙан йолоп алып ҡалдыҡ. Идарасылар, милек эйәләренең әленән-әле алмашынып тороуына сиҡ ҡуйҙыҡ, июнь урталарына мәсьәлә тамам хәл ителәсәк. Бында тейешле тәртип буласаҡ: пассажирҙар флотын тергеҙәсәкбеҙ, хеҙмәткәрҙәр үҙ эшенә ҡайтыр, көслө етәксе ҡуйырбыҙ. Үкенескә ҡаршы, яңы суднолар һатып алыу мөмкинлеге юҡ әле, булғандары менән эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика хөкүмәте хәҙер Башҡортостандың уникаль был предприятиеһын артабан үҫтерерлек инвестор эҙләй, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Читайте нас: