Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 23:50

Дөйөм ил буйынса режим тамамланды

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаны. Кешеләрҙе иң ныҡ борсоған мәсьәлә – ҡасан үҙизоляциялау режимы тамамлана һәм кешеләр ғәҙәти тормошҡа ҡасан ҡайта?

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаны. Кешеләрҙе иң ныҡ борсоған мәсьәлә – ҡасан үҙизоляциялау режимы тамамлана һәм кешеләр ғәҙәти тормошҡа ҡасан ҡайта?
Шулай итеп иң мөһим һорауға яуап бирелде. 12 майҙан үҙизоляциялау тамамлана. Сикләүҙәр 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн һаҡлана, шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла.
Төбәктәрҙә хәл нисек булыр, быны һәр төбәк башлығы үҙе хәл итәсәк. Ҡайҙалыр режим йомшарасаҡ, ҡайҙалыр сикләүҙең һаҡланыуы ла ихтимал.
"12 майҙан бөтә ил һәм иҡтисад өсөн эшләмәй торған көндәр осоро тамамлана, тик эпидемия менән көрәш әле дауам итә. Күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәрелмәйәсәк. Бөтә предприятиеларға, магазиндарға, транспорт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге предприятиеларға санитар талаптарҙы мотлаҡ үтәргә ҡушыла", – тине Владимир Владимирович.
Ил етәксеһе шуны билдәләне: иң мөһиме - кешеләрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге. Режимдан сығыу яйлап һәм этаплап башҡарылырға тейеш.
"Илдә үҙизоляциалау режимы алты аҙна дауам итте. Был вирустың таралыуын туҡтатыу һәм дауаханала урындар, кәрәкле ҡорамалдар булдырыу мөмкинлеге бирҙе. Илдә урындар 29 меңдән 130 меңгә тиклем артты. ИВЛ аппараттары резервы булдырылды. Әйткәндәй, бөгөн уларҙың бер өлөшө генә талап ителә. Табиптар был ваҡыт эсендә сир тураһында күберәк белде. Дауалау алымы эшләнде. Алдан ҡабул ителгән саралар арҡаһында меңләгән ғүмерҙәр һаҡланып ҡалынды", – тине Владимир Путин.
Илдә сирҙе асыҡлау өсөн тестар эшләү күләме лә артты. Көн һайын 170 мең тест эшләнә. Был симптомһыҙ үткән сир төрҙәрен дә асыҡлау өсөн мөһим. Май уртаһында тәүлегенә эшләгән тестар һаны 300 меңгә етәсәк.
Шулай итеп, дөйөм ил буйынса режим тамамланды. Башҡортостанда нисек булырын иртәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итер тип көтөлә.
Фото:wwwsochicom.blogspot.com
Читайте нас: