Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2020, 18:00

Объектта эш йылдам бара

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө районындағы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе.
Республика етәксеһе ҡоролған корпустарҙы, шул иҫәптән 46 медицина хеҙмәткәренә иҫәпләнгән дөйөм ятаҡты ҡараны, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Ул, яңы дауахана 25 майға тәүге пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙер булырға тейеш, тип билдәләне.
– Бик кәрәкле объект. Бында коронавирус йоҡторған бөтә сирлелергә махсус ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға теләйбеҙ. Тыштан ҡарағанда миңә барыһы ла оҡшай. Эстә ниндәй уңайлыҡтар булыуын күрербеҙ. Киләсәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ауыл врач амбулаториялары төҙөүҙә лә ошо уҡ практиканы ҡулланасаҡбыҙ.
Яңы үҙәк тиҙ ҡоролған модулле конструкцияларҙан торған бер ҡатлы комплексты тәшкил итә. Уның дөйөм майҙаны – 16 мең кв.м. Ул бокс рәүешендәге 100 палатаны үҙ эсенә ала. Бында шулай уҡ диагностика, дезинфекциялау, үҙәк-стерилләү бүлектәре, лабораториялар, дарыухана урынлашасаҡ. Үҙәк 470 пациентты ҡабул итә аласаҡ.
Бында төҙөлөш менән бер рәттән биләмәне йәшелләндереү, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү эштәре, ағас ултыртыу бара.
Олег Яровиков фотолары.
Читайте нас: