11 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Ул үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын йомшартыу сараларына арналды.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән субъекттар башлыҡтарының үҙ биләмәләрендәге халыҡтың санитария-эпидемиологик именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән аныҡ сараларҙы билдәләү вәкәләте раҫланды. Ошоға бәйле Радий Хәбиров 12 май иртәһенә тиклем республика Башлығының юғары әҙерлек тәртибен ғәмәлгә индереү тураһындағы Указына үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты.
Атап әйткәндә, предприятиелар һәм ойошмалар өс төркөмгә бүленә. Эшмәкәрлеге туҡтатылмаған тәүге төркөм бөтә санитария талаптарын үтәп эшен дауам итәсәк. Уға икенсе төркөм – аҙыҡ-түлекккә ҡарамаған тауарҙар һатҡан магазиндар һәм башҡа сауҙа ойошмалары өҫтәлә. Улар сауҙа майҙаны талаптарға тап килгән, инеү-сығыу өсөн айырым ишеге булған осраҡта ғына эшләйәсәк. Өсөнсө төркөмдөң эшмәкәрлеге әүәлгесә туҡтап торасаҡ. Ундайҙарға сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары инә.
12 майҙа 00:00 сәғәттән doroga02 сайты эшләүҙән туҡтай. Граждандар порталда өҫтәмә рәүештә теркәлмәйенсә автотранспортта ҡала буйлап иркен йөрөй ала.
Бынан ары парктарҙа һәм скверҙарҙа йөрөргә мөмкин, тик социаль арауыҡты һаҡларға, битлек кейергә кәрәк.
65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
– Сирҙе йоҡтороу хәүефе булған урындарҙа ҡәтғи ҡағиҙәләр һаҡлап ҡалына. Бындайҙарға йәмәғәт транспорты, магазиндар, күп йүнәлешле үҙәктәр, банк ойошмалары инә. Уларҙа арауыҡты һаҡлауҙы, битлек кейеүҙе мотлаҡ талап итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күренеүенсә, битлек әле оҙаҡ ваҡыт беҙҙең көндәлек атрибут булып ҡаласаҡ.