Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 21:56

Мәғариф министрлығы COVID-19 таралған осорҙа уҡыу йылының нисек тамамланасағын хәбәр итте

12 майҙан Башҡортостандың бөтә белем биреү ойошмалары элеккесә дистанциялы режимда эшләй. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдерҙе.

12 майҙан Башҡортостандың бөтә белем биреү ойошмалары элеккесә дистанциялы режимда эшләй. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдерҙе.
«Уҡыу йылы, алдан әйтелгәнсә, I-IV кластар өсөн – 22 майҙа, V-XI класс уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамлана», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Мәғариф министрлығында.
Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу, ҡағиҙә булараҡ, 1 июлгә тиклем тамамлана. Ләкин ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында уҡыу планына бәйле датаның күсерелеүе ихтимал. Студенттар имтихандарҙы дистанциялы форматта тапшыра.
«12 майҙан ата-әсәләре эшкә сыға башлаған бөтә балаларға балалар баҡсаһындағы дежур төркөмдәрҙә урын бирелә. Дежур балалар баҡсалары, төркөмдәр һанын муниципалитет билдәләй», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.
Дежур төркөмгә индереү өсөн ата-әсәләргә мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһы етәксеһенә ирекле формала ғариза яҙырға, баланың һаулығы тураһында белешмә тапшырырға кәрәк. Һуңғы документты педиатрҙан дистанциялы рәүештә алырға мөмкин.
Фото: 45.ru
Читайте нас: