Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 22:50

Нефтекамала ихаталар матурая

Ихаталарында ремонт башланыуын Парк урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр күптән көтә ине. Балалар майҙансығы юҡ, юлда аҙым һайын соҡор-саҡыр, туҡталҡала урындар етешмәй. Борсолорға сәбәп юҡ, тиҙҙән барыһы ла яйға һалынасаҡ.

Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһын бында айырыуса киң ҡолас менән тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Эш ихаталарҙа ғына түгел, тотош кварталдарҙа барасаҡ.
“Әле ҡаланың Парк урамындағы 6, 8, 10-сы һәм Комсомол урамындағы 44, 46-сы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндерәбеҙ. Уларҙа комплекслы ремонт яһаласаҡ, йәйәүлеләр өсөн брусчатканан юл һалабыҙ, туҡталҡалар ҙа, спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары комплексы ла буласаҡ”, – тине “Танып” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры Аветик Нргеян.
Быйыл Нефтекамала 17 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә. Ремонтҡа 65 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Читайте нас: