Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 00:45

Республика етәксеһе - “Стеклонит”та

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ ҡеүәттәрен модернизациялау буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырған “Стеклонит” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ ҡеүәттәрен модернизациялау буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырған “Стеклонит” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды.
Ойошма 1961 йылда Өфө туҡымалы быяла сүсе заводы нигеҙендә эш башлай. Бөгөн “Рускомпозит” дәүләт корпорацияһына ингән предприятие быяла сүсе һәм унан изделиелар эшләй. Бынан тыш, гидротехник һәм юл төҙөлөшөндә, нефть һәм газ тармағы, машиналар эшләү, суднолар төҙөү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланылған геосинтетик материалдар етештерелә.
2019 йылдан алып “Стеклонит” етештереүҙе модернизациялау буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Дөйөм инвестициялар күләме 600 млн. һум тәшкил итә. Пландар буйынса, завод ҡеүәтен тулы кимәлдә ике йыл эсендә яңыртасаҡ.
Сәфәр барышында Радий Хәбиров тауар етештереү технологияһы менән танышты, продукцияны ҡараны. Шулай уҡ “Рускомпозит” холдингының идарасы компанияһы генераль директоры Дмитрий Сапронов менән предприятиены үҫтереү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
– Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамай, 2020 йылға беҙҙең пландар ҙур, – тине “Стеклонит”тың идарасы директоры Тәлғәт Фәтҡуллин. – Апрелдә беҙ композит материалдар етештереү буйынса яңы цехты эшләтә башланыҡ. Әле ҡорамалдарҙы көйләп бөтөп баралар, корректировкалау һәм беренсе тәжрибә материалдарын етештереү этабы бара. Был цех мобиль юл япмалары, балластһыҙ күпер япмалары етештерә.
Республика етәксеһе Башҡортостандың юл тармағында был материал һәм изделиеларҙы ҡулланыуҙың киң мөмкинлектәре тураһында белдерҙе.
"Ысынында, был предприятие бик үҙенсәлекле. Акционерҙар бер нисә Рәсәй майҙанын берләштереү тураһында ҡарар ҡабул иткән саҡта, беҙ бының Өфөлә булыуын бик теләгәйнек. Улар беҙҙең теләкте иғтибарға алды, – тине Радий Хәбиров. – Шуныһы аныҡ билдәле: сит ил баҙарҙарында ла эшләгән беҙҙең заводтар тауарҙарын үҙебеҙҙең республикала ла әүҙемерәк таратырға кәрәк".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: