Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 17:30

27 миллион балаға - дәүләт ярҙамы

11 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәтендә балалы ғаиләләргә ҡарата өҫтәмә социаль ярҙам саралары күреләсәге тураһында белдерҙе. Ярҙам 15 йәше тулған һәр балаға тәғәйенләнде.

11 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәтендә балалы ғаиләләргә ҡарата өҫтәмә социаль ярҙам саралары күреләсәге тураһында белдерҙе. Ярҙам 15 йәше тулған һәр балаға тәғәйенләнде.
Атап әйткәндә, 3-15 йәшлек һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнәсәк. Владимир Путин шулай уҡ апрель, май, июнь айҙарына 3 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләгән барлыҡ ғаиләләргә 5-әр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам билдәләне.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе. Ул быға тиклем бындай түләүҙәргә әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләрҙең генә дәғүә итеүе тураһында хәтергә төшөрҙө.Парламентарий дәүләт башлығының баланы ҡарау буйынса пособиеның минималь күләмен ике тапҡырға (3 мең 375 һумдан 6 мең 751 һумға тиклем) арттырыуын да телгә алды. Был пособиены эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар, йәш ата-әсәләр аласаҡ.
– Президент килем кимәле ниндәй булыуға, мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам сараларын ғәмәлгә индерҙе. Үҙизоляциялау режимынан сығыу шарттарында ла уларға айырым иғтибар бирелә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙәге 27 миллион балаға ярҙам күрһәтеләсәк, был бик мөһим. Аҡса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әсәлек капиталы аша һәм башҡа алымдар ярҙамында тапшырыласаҡ. Владимир Владимирович 10 мең һумды алыу өсөн бер ниндәй ҙә формаль критерийҙар билдәләмәне. Шуға күрә өс йәштән 15 йәшкә тиклемге балаһы булған Рәсәй ғаиләһе ошо ярҙамға эйә булыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки Пенсия фонды бүлексәһе аша арауыҡта ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Аҡса 1 июндән түләнә башлай, – тине депутат.
Фото: ruspekh.ru
Читайте нас: