Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 13:50

Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә

Башҡортостанда йолаға әүерелгән Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.

Башҡортостанда йолаға әүерелгән Ғаилә аҙналығы июлгә күсерелә, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығынан.
Йыл һайын 15 майҙа донъяның бөтә илдәрендә Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.
«Быйыл коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә һәм илдә, республикала эпидемияға ҡаршы ҡабул ителгән сараларға бәйле Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған Ғаилә аҙналығы (11-17 май) һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә, — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. — Барлыҡ тематик сараларҙы 6-12 июлдә уҙғарыу планлаштырыла. Улар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышлана».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 8 июлдә республикала I Ғаилә фестивале ойошторолдо. Бөрө ҡалаһы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналар үҙәгенә әүерелде.
Ул саҡта ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән ғаиләләрҙе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеләр.
25 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән һәм йәштәргә өлгө күрһәткән ғаиләләр «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Рисунок: ru.depositphotos.com
Читайте нас: