Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 14:45

Тағы 139 кешене ҡабул иттек

Кисә, 12 майҙа, Башҡортостанға сираттағы вахтасыларҙы алып ҡайттылар. 139 кеше ултырған самолет Өфө аэропортына килеп төштө. Уларҙың бөтәһе лә Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығында эшләйҙәр ине.

Кисә, 12 майҙа, Башҡортостанға сираттағы вахтасыларҙы алып ҡайттылар. 139 кеше ултырған самолет Өфө аэропортына килеп төштө. Уларҙың бөтәһе лә Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығында эшләйҙәр ине.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, унда коронавирус инфекцияһы буйынса сир усағы барлыҡҡа килде һәм күп кеше зарарланды. Ятҡылыҡта эшләгән 10 мең кешенең 1800-е - беҙҙең яҡташтарыбыҙ.
Самолет ергә ултырыу менән бортҡа табиптар һәм аэропорт вәкилдәре менде. Пассажирҙарҙың тән температураларын үлсәнеләр һәм трап янында көтөп торған автобустарға ултыртып Белорет районына обсерваторға ебәрҙеләр. Был кешеләр бер кем менән дә бәйләнешкә инмәй, аэропорт терминалына ла үтмәй. Барыһы ла хәүефһеҙлек өсөн эшләнә.
Рейсты хеҙмәтләндергән аэропорт эшселәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәй. Уларға һаҡлыҡ саралары тулы кимәлдә бирелә. Пассажирҙарҙың багажын һәм самолеттың эсен Республика дезинфекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре дезинфекцияланы.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: