-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 23:05

Башҡортостанда етен үҫәсәк

Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре юғары килем килтергән май культураларын әүҙем сәсә.

Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре юғары килем килтергән май культураларын әүҙем сәсә.
Шулай итеп, 13 майға республикала 217 мең гектарҙа көнбағыш, рапс, етен, гәрсис, бүҙәнә ҡуҙағы, соя һәм башҡа культуралар сәселгән. Улар республикала барлығы 358 мең гектар майҙанды биләй.
Әйткәндәй, үткән йыл менән сағыштырғанда үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, рапс 42 мең гектарҙа сәселә. Был иһә, былтырғы менән сағыштырғанда, һигеҙ мең гектарға кәмерәк. Культуранан, нигеҙҙә, уны эшкәртеүҙә тәжрибәһе булмағандар баш тартты. Барыһы ла былтыр айырым ауыл хужалығы етештереүселәренең пестицидтарҙы дөрөҫ файҙаланмауы арҡаһында бал ҡорттарының һәләк булыуы, шул сәбәпле умартасылар менән низағты хәтерләйҙер.
Етен быйыл 51 мең гектар майҙанда үҫәсәк. Былтыр был күрһәткес 37 мең гектар ине. 13 майға тиклем был ҡиммәтле культура 36 мең гектарҙы биләгән. Уны күберәк Әбйәлил, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында сәсәләр. Бөгөн етен Әбйәлилдә – 9,5, Хәйбуллала – 7,3, Баймаҡта 2,7 мең гектарҙа сәселгән дә инде.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: mcx.ru