-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 02:35

Быйылғы йәй тәбиғәт катаклизмдарына бай булмаҡсы

Рәсәй климатологы, Воейков исемендәге Баш геофизик обсерватория хеҙмәткәре Андрей Киселев белдереүенсә, беҙгә катаклизмдары күп булған йәй килә.

Рәсәй климатологы, Воейков исемендәге Баш геофизик обсерватория хеҙмәткәре Андрей Киселев белдереүенсә, беҙгә катаклизмдары күп булған йәй килә.
Белгес Росгидромет һәм донъя страховка агентлыҡтары статистикаһына һылтанма яһай. "Ҡайҙалыр ҡоролоҡ, ҡайҙалыр, киреһенсә, көслө ямғырҙар буласаҡ, ҡаты елдәр,смерч һәм дауылдар буласаҡ", – ти Киселев URA.RU агентлығына биргән әңгәмәһендә.“Илдең ҡайһы төбәктәре күберәк, ә ҡайһылары әҙерәк зыян күрәсәген әйтеп булмай. Тәбиғи катаклизмдарҙың йышайыуы ихтимал. Тенденция нәҡ шундай", – ти Андрей Киселев.Быға тиклем Рәсәй Президенты менән кәңәшмәлә Тәбиғәт министрлығы башлығы Дмитрий Кобылкин: “Росгидромет һәм сит ил Гидрометеорология станциялары быйылғы йәй күҙәтеүҙәр тарихында иң эҫеһе булыуы мөмкин тип фаразлай”, - тигән ине.
Фото: yandex.fr