Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 00:35

Газ үткәреү өсөн сертификаттар бирелә

Башҡортостанда ташламаға эйә граждандарға шәхси йорттарына газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү дауам итә. Белеүебеҙсә, бындай ярҙам төрө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителгәйне.

Башҡортостанда ташламаға эйә граждандарға шәхси йорттарына газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү дауам итә. Белеүебеҙсә, бындай ярҙам төрө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителгәйне.
Республика етәксеһе Указына ярашлы, 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары алыуға хоҡуҡлы, ә 60 мең һумлығы инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә бирелә. Һуңғылары араһындағы аҙ тәьмин ителгән граждандарға тәғәйен сертификат суммаһы 100 мең һум тәшкил итә. Матди ярҙамды алғандан һуң ике йыл эсендә ҡулланыу шарт.
Йыл башынан апрелгәсә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса идаралығы тарафынан дөйөм суммаһы 3,6 миллион һумға торошло 55 сертификат түләнгән. Быйылғы йылға республика ҡаҙнаһынан әлеге маҡсатта 200 миллион һум аҡса бүленгән.
Шәхси йортоңа газ үткәреү буйынса сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: youtube.com
Читайте нас: