Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 01:30

Республика акцияһы дауам итә

#МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Акция барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм муниципалитеттарҙа кешеләр 135 мең медицина битлеген бушлай аласаҡ.

#МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Акция барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм муниципалитеттарҙа кешеләр 135 мең медицина битлеген бушлай аласаҡ.
Кисә, 12 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡса саралары бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне. Төбәктә әле 150 мең битлек өләшелгән дә инде.
Бөгөн битлектәр автобустарҙа дүрт йүнәлеш буйынса юлға сығарылып, зоналағы ирекмәндәр үҙәктәренә еткерәсәк. Ирекмәндәр иһә 13 һәм 14 майҙа һаҡланыу сараларын кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙа таратасаҡ.
Республика акцияһына ярашлы, медицина битлектәрен алған тәүге ҡалаларҙың береһе – Өфө. Уның ете районының һәр ҡайһыһына 5-әр мең һаҡланыу сараһы еткерелгән, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре, Ирекмәндәр хәрәкәтенең республика үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре йәмғиәт урындарында өләшә.
Шулай уҡ битлектәрҙе Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында йәшәүселәр ҙә аласаҡ. Ҡалған 20 муниципалитетта иртәгә таратыласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: