Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-Ток” тапшырыуында республикала үҙизоляция режимы йомшартылыуы, кешеләргә урамда иркенләп йөрөү мөмкинлеге бирелеүе хаҡында һөйләне.
– Үҙизоляция, карантин саралары беҙгә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ваҡыт бирҙе. Әлеге мәлдә инфекциялы сирлеләр өсөн әҙерләнгән фондтың 32 проценты ғына файҙаланыла. Фондтың 70 проценты ауыр хәлдәге сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Тағы ла 27 майҙа беҙ тиҙ арала – ике айҙа төҙөлөп бөткән 500 урынлыҡ инфекция үҙәген сафҡа индерәсәкбеҙ. Госпиталь тулыһынса, компьютер томографияһынан башлап үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тиклем, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Икенсенән, беҙ тестар һанын даими арттырабыҙ. Әлеге ваҡытта уларҙың дөйөм күләме буйынса Рәсәйҙә V-VI урында булһаҡ, Волга буйы федераль округында - I урындабыҙ. Шуға күрә сирлеләрҙе асыҡлау күрһәткесе лә ярайһы уҡ юғары. Унан тыш, сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өйҙә ултырһын һәм инфекция таратмаһын өсөн дә тырыштыҡ. Бының өсөн уларға күҙәтеү ойошторҙоҡ.
Шулай уҡ сирләп йүнәлгән кешеләрҙең ҡан плазмаһын башҡа ауырыуҙарға ҡойоу ғәмәлен тормошҡа ашыра башланыҡ. Мәҫәлән, ошоға бәйле кисә бер ауыр хәлдәге табипты үпкәне яһалма елләтеү аппаратынан алдыҡ.
Беҙ режимды йомшартырға ҡарар иттек: медицина әҙерлегенә ҡарап, иң мөһиме – табиптарҙың әҙерлеген баһалап. Коронавирус менән көрәштә инфекционистар ғына түгел, башҡа йүнәлешле табиптар ҙа ҡатнаша, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
“Һеҙҙең Республика клиник дауаханаһы карантинға ябылған ваҡытта изоляцияла булған баш табипҡа сәләм. Был табиптарға теләктәшлек менән эшләнгәндер, тип уйлайым. Барыһына ла ҙур сәләм һәм рәхмәт, барыһы ла инде өйҙәлер тип өмөтләнәм”, – тине программаны алып барыусыларҙың береһе, медицина фәндәре докторы Елена Малышева.