14 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1784 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 88-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. Әлеге ваҡытта сирлеләр һаны — 1250 кеше, һауығыусылар — 518, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (ошо осорҙа 16 кеше).
Илдең 85 төбәгендә бер тәүлектә бөтәһе 252 245 сир йоҡтороу асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар 53 530-ға тиклем артҡан. Тәүлек эсендә 93 үлем осрағы теркәлгән. Бөтә осорҙа Рәсәйҙә 2305 кеше коронавирустан вафат булған.