Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2020, 13:55

Йәнә түләүҙәр тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың социаль башланғыстарына бәйле һорауҙар күп тыуа.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың социаль башланғыстарына бәйле һорауҙар күп тыуа.
Дәүләт хеҙмәтләндереүе берҙәм порталы кешеләрҙең бихисап мөрәжәғәтенән һуң көсөргәнешле эште күтәрә алманы.
Бынан тыш республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Президенттың йөкләмәһенә бәйле һорауҙар килеүен дауам итә. Был турала хөкүмәт вице-премьеры, ведомство министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты:
- Килгән һорауҙарҙың һәр береһенә ентекле һәм итәғәтле яуап бирергә тырышам. Шулай уҡ мәшғүллек, социаль яҡлау, ғаилә үҙәктәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә был көндәрҙә 7 тапҡырға күберәк көсөргәнешлек менән эшләй. Ләкин бер көндә ғариза бирергә ашыҡҡан кешеләргә мөрәжәғәт итер инем: 11 майҙан һуң дәүләт хеҙмәтләндереүе порталы ла ундай көсөргәнешлекте күтәрә алманы. Ә белгестәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡайҙа ашығаһығыҙ? Бер көн алдан ғариза биреп ҡалыу һеҙҙең өсөн шулай мөһимме. Барыбер ҙә 10 мең һумлыҡ түләүҙәр тик июнь башынан ғына бирелә.
Кешеләрҙең бихисап һорауҙарына яуаптар ҙа бөтә ерҙә асыҡ яҙыла. Ҡыҙыу линияла ултырған хеҙмәткәрҙәр былай ҙа аңлашылып торған һорауҙарға көндәр буйы яуап биреп, башҡа клиенттарҙың проблемаларын хәл итә алмай. Мәҫәлән, йәшәү урынына теркәлеү буйынса һорауҙар, ғаилә составы хакында справкалар юллаусылар, эштән бушатылған кешеләрҙең проблемалары шул арҡылы икенсе планға ҡалды.
Ошоларҙы иҫәпкә алып ведомство етәксеһе үҙенең сәхифәһендә түбәндәге мәғлүмәттәрҙе баҫтырған. Ленара Иванова, килеп тыуған һорауҙарға яуапты ла баҫтырып барырға вәғәҙә бирә.
#путинскиевыплаты #минтрудрб #соцзащитарб #службазанятостирб #службасемьирб
Фото:eadaily.com
Читайте нас: