Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2020, 01:50

“Мин битлектә”

Бөгөн республика буйынса #Явмаске акцияһы үтте. Ул үҙ эсенә 23 ҡала һәм районды алды.

Бөгөн республика буйынса #Явмаске акцияһы үтте. Ул үҙ эсенә 23 ҡала һәм районды алды.
Акция барышында халыҡҡа бушлай битлек таратылды. Ирекмәндәрҙе йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, магазиндарҙа осратырға мөмкин ине. Шулай уҡ улар халыҡ араһында аңлатыу эше алып барҙы.
Битлек режимын үтәү тураһындағы талапҡа кешеләр ыңғай ҡарашта. Социаль алыҫлыҡты тотоу кәрәклеген дә аңлап ҡабул итәләр. Әйткәндәй, был ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларға, яңы законға ярашлы, штраф санкциялары ҡаралған.
“Мин битлектә” акцияһын ойоштороуға барлығы 600 волонтер йәлеп ителде, бер көндә бөтәһе 120 мең битлек таратылды.
Читайте нас: