Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2020, 13:15

Рейдтар дауам итә

Республиканың сауҙа нөктәләрендә юғары әҙерлек режимы осоронда ғәмәлдә булған ҡағиҙәләрҙең, талаптарҙың һәм сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә.

Республиканың сауҙа нөктәләрендә юғары әҙерлек режимы осоронда ғәмәлдә булған ҡағиҙәләрҙең, талаптарҙың һәм сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә.
Билдәле булыуынса, магазиндарҙа һатып алыусылар ҙа, һатыусылар ҙа мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары (битлектәр, бирсәткәләр) кейергә тейеш. Шулай уҡ сауҙа нөктәһенең етәкселеге дезинфекциялау, елләтеү, һатыу алыусылар тарафынан социаль арауыҡ һаҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү, таҙалыҡты һаҡлау йәһәтенән дә тейешле саралар күрергә бурыслы.
Ҡыҙғанысҡа, рейдтар барышында әлеге талаптарҙың барлыҡ урындарҙа ла тейешенсә үтәлмәүе асыҡлана. 12 майҙан алып Өфө, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында 1184 объект тикшерелгән.
Уларҙа бына ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған:
- 89 сауҙа нөктәһендә (7,5 процент) хеҙмәткәрҙәр битлек кеймәгән;
- 297 урында хеҙмәткәрҙәр (25,1 процент) бирсәткә кеймәй эшләгән;
- 117 магазинда (9,9 процент) социаль арауыҡты һаҡлау билдәһе булмаған;
- 135 сауҙа нөктәһендә (11,4 процент) һатып алыусылар битлекһеҙ булған;
- 546 урында (46,1 процент) һатып алыусылар бирсәткәһеҙ булған.
Рейдтар барышында Өфөнөң “Дим” һәм “Колхоз” баҙарҙарында талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланған. Мәҫәлән, “Дим” баҙарында һатып алыусыларҙың ни бары 40 проценты, ә һатыусыларҙың 20 проценты ғына битлек һәм бирсәткәлә булған. Баҙарҙың эшмәкәрлеге етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнгә тиклем туҡтатылған.
21 апрелдән бөгөнгәсә барлығы 10204 сауҙа объекты тикшерелеп, Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар Кодексы талаптарын үтәмәү осрағы асыҡланған. Административ тәртип боҙоуҙар тураһында – 39, бинаны тикшереү тураһында 72 протокол төҙөлгән, республиканың район судтарына 23 эш ебәрелгән. Шулай уҡ 44 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ә штрафтар күләме ярайһы уҡ ҙур ғына:
- граждандарға – 1000-30 000 һум;
- вазифа биләүселәргә – 10 000-50 000 һум;
- ойошма булараҡ теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә – 30 000-50 000 һум;
- ойошмаларға – 100 000-300 000 һум. Әгәр ҡабаттан тикшереү осрағында ла тәртип боҙоуҙар асыҡланһа, объект ябыла.
Фото: ufa.bezformata.com
Читайте нас: