Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 22:40

29 майҙа спиртлы эсемлектәр һатылмай

Донъялағы киҫкен хәлгә бәйле, “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы 29 майға күсерелде. Ошоға бәйле был көндә республиканың барлыҡ сауҙа нөктәләрендә алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла.

Донъялағы киҫкен хәлгә бәйле, “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы 29 майға күсерелде. Ошоға бәйле был көндә республиканың барлыҡ сауҙа нөктәләрендә алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән ҡарар буйынса, 27 июнь - Йәштәр көнөндә, һабантуйҙарҙа һәм 1 сентябрь - Белем көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи рәүештә тыйылғайны. Көҙҙән был ҡарарға йәнә Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуға сикләүҙәр индерелде.
Сараларҙың барыһы ла халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнелә.
Фото:alconpnz.pnzreg.ru
Читайте нас: