Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 02:40

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Үзбәкстандан Көйөргәҙе районына күсеп ҡайтҡан өс бала әсәһе Гөлмирә Биксурина һәм өлкән улы Пулат, ниһайәт, паспортлы булды.

Үзбәкстандан Көйөргәҙе районына күсеп ҡайтҡан өс бала әсәһе Гөлмирә Биксурина һәм өлкән улы Пулат, ниһайәт, паспортлы булды.
Яңғыҙ ҡатын Башҡортостанда тыуһа ла, яҙмыш ҡушыуы буйынса Үзбәкстанға китә, ә 2012 йылда кире әйләнеп ҡайта. Гөлмирәнең үзбәк паспорты, ә XI класта уҡыған улының тик үзбәк метрикаһы ғына була. Пулатҡа мәктәп аттестатын алмау ҡурҡынысы янай, сөнки БДИ бирер өсөн уға Рәсәй паспорты кәрәк була.
Күп балалы әсә тәүҙә проблемаһын үҙе хәл итергә тырыша, тик килеп сыҡмағас, Көйөргәҙе районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.
“Һауынсының эш хаҡы 4-5 мең һум ғына. Уның Мәскәүҙәге Үзбәкстан илселегенә йәки улына паспорт юллау өсөн Ҡазанға барырға аҡсаһы етмәүе аңлашыла. Ғаилә мейес менән йылытылған шәхси йортта йәшәй, түләнмәгән өсөн газ һүндерелгән. Ғаиләнең хәлен контролгә алдым”, – тигәйне былтыр Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Был ғаиләнең бәләһенә Башҡортостан Башлығы ла битараф ҡалманы.
“Бөтә ғаләм менән ярҙам итәбеҙ. Был хәл күршеләрен дә, уҡытыусыларҙы ла, хакимиәтте лә битараф ҡалдырманы. Мәскәүгә һәм Өфөгә барып етергә лә, балаларын ҡарап торорға ла, эше килеп сыҡһын өсөн ныҡлап әҙерләнергә лә ярҙам итербеҙ. Кешенең сығышы йәки документында нимә тип яҙылғаны мөһим түгел. Күршелә йәшәйбеҙ икән – тимәк кеше бәләһенән ситтә ҡала алмайбыҙ. Был – үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ тигәнде аңлата ла инде”, – тип яҙҙы был хәл буйынса Радий Хәбиров.
Гөлмирәгә Мәскәүгә Үзбәкстан илселегенә барыу өсөн аҡса менән Көйөргәҙе районының Хәйриә фонды ярҙам иткән.
“Хөрмәтле Лилиә Игоревна. Һеҙгә ҙур рәхмәтемде әйткем килә. Беҙ бөгөн Рәсәй гражданлығы һәм паспорт алдыҡ. Һеҙгә һәм Юлай Талха улына ғаиләмә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Проблемама битараф ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Әгәр мөмкинлек булһа, бөтә ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәтте республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировҡа ла еткерегеҙ. Мин ғүмеремдең аҙағына тиклем һеҙгә рәхмәтлемен, һеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе Хоҙай һаҡлаһын”, – тип яҙҙы Гөлмирә Биксурина паспорт алыу менән райондың Хәйриә фонды кураторы Лилиә Михайловаға.
Күп балалы әсә шулай уҡ Көйөргәҙе районы кешеләренә лә рәхмәт белдергән.
“Ошондай ыңғай яңылыҡтар килһә, күңелле булып ҡала. Бәлки берәйһенә был хәл бигерәк ваҡ булып тойолһа ла, уның артында бер ғаиләнең яҙмышы тора. Беҙ артабан да Гөлмирәгә ярҙам итәсәкбеҙ, ә Пулатҡа имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәр осраҡты аҙағына тиклем еткерәбеҙ”, – тигән Юлай Ильясов “Башинформ” агентлығына.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: