Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөндә коронавирус таралған.Көнсығыш сығыу юлын төҙөү менән мәшғүл 10 эшсе коронавирус йоҡторған. Сир 5 майҙа уҡ теркәлгән.Хәҙер бөтә сирлеләр, улар араһында Үзбәкстан һәм Тажикстан граждандары бар, Өфөнөң 18-се ҡала клиника дауаханаһында урынлаштырылған. Ауырыуҙар менән бәйләнештә булған 177 кеше Өфө хостелында изоляцияла. «Лимакмаращавтодороги» компанияһының эше туҡтатылған.