Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 10:10

"Ремонт – ваҡытлы сара"

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша күпергә асфальт түшәй башланылар. Әле бер һыҙатта эш бара, киләһе аҙнала юл хеҙмәттәре икенсе һыҙатты фрезлауға тотонмаҡсы. Эш технологияларға ярашлы алып барыла.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша күпергә асфальт түшәй башланылар. Әле бер һыҙатта эш бара, киләһе аҙнала юл хеҙмәттәре икенсе һыҙатты фрезлауға тотонмаҡсы. Эш технологияларға ярашлы алып барыла.
– Был ремонт – ваҡытлыса сара. Ул Ағиҙел аша яңы күпер төҙөлгән осорҙа иҫкеһен файҙаланып тороу мөмкинлеген бирәсәк. Әле яңы күпер проектланды, – тине Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Ул иҫкеһенең эргәһендә, бер аҙ төньяҡтараҡ урынлашасаҡ. Проект дәүләт экспертизаһы үтә. Уның дөйөм хаҡы – ике миллиард һум самаһы. Эште башҡарыу өсөн проектты федераль йәки төбәк программаһына индерергә кәрәк. Был осраҡта төҙөлөштө быйыл уҡ башлау мөмкинлеге тыуасаҡ.
Икенсе этапта иҫке күперҙе капиталь төҙөкләндереү күҙаллана. Уны реконструкциялау – муниципалитеттың тәү сираттағы бурыстарының береһе.
Мәғлүм булыуынса, Ағиҙел йылғаһы аша күпер 1980 йылда сафҡа индерелгән. 2016 йылға тиклем ул предприятие балансында булған, артабан ҡалаға тапшырылған. Былтыр көҙ бында күләмле ремонт яһалған. Әле иһә ошо эште тамамлау бурысы тора.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: sterlitamak.ru
Читайте нас: