Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 20:30

Урман патруль автомобилдәре тапшырылды

15 майҙа Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡтар менән идара итеү” учреждениеһы базаһында республика урмансылыҡтарына урман патруль автомобилдәрен тапшырыу тантанаһы үтте.

15 майҙа Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡтар менән идара итеү” учреждениеһы базаһында республика урмансылыҡтарына урман патруль автомобилдәрен тапшырыу тантанаһы үтте.
Техника “Урмандарҙы һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алынған. Республика урмансыларына юлһыҙ юлдарҙан да үтә алған 14 “Нива” автомобиленең асҡысы тапшырылды.
Әйткәндәй, был быйылғы йылда Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағына бүленгән автомобилдәрҙең икенсе партияһы. Улар Белорет, Бөрйән, Стәрлетамаҡ урман хужалыҡтарына бирелде.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы маҡсатлы программа сиктәрендә патруль техникаһы алыуға 27 млн. һум бүлде.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Читайте нас: