-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 01:55

Йыл аҙағына 24 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла

Башҡортостандың төрлө райондарында бер үк ваҡытта 24 балалар баҡсаһы төҙөлә.

Башҡортостандың төрлө райондарында бер үк ваҡытта 24 балалар баҡсаһы төҙөлә.
Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү объекттары 2020 йылдың аҙағына сафҡа индерелә.
«Дәүләкәндә бер юлы ясле төркөмдәре менән 240 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ. Уларҙа заманса физкультура һәм спорт залдары, логопед, психолог кабинеттары, кер йыуыу бүлмәһе, заманса ҡорамалдар менән аш-һыу әҙерләү блогы була», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Дәүләкәндә балалар баҡсалары төҙөлөп бөткәс, мәктәпкәсә учреждениеларҙа кескәйҙәрҙе урындар менән тәьмин итеү 100% булыр, сираттар ҙа юҡҡа сығыр.
Башинформ.