Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2020, 16:50

200 вахтовик бөгөн өйҙәренә ҡайтты

Яҡут (Саха) Республикаһынан Башҡортостанға ҡайтҡан беренсе 200 вахтовиктың 14 көнлөк карантины тамамланды. Бөгөн улар ғаиләләре янына юллана.

Яҡут (Саха) Республикаһынан Башҡортостанға ҡайтҡан беренсе 200 вахтовиктың 14 көнлөк карантины тамамланды. Бөгөн улар ғаиләләре янына юллана.
Вахтовиктарҙы алып ҡайтыу өсөн обсерватор биләмәһенә “Башавтотранс”тың 7 автобусы килде. Улар Өфө, Мәләүез һәм Сибай йүнәлештәре буйынса ҡуҙғалды. Автобустарҙа хәүефһеҙлектең бөтә саралары ла һаҡлана: битлек һәм бирсәткә – мәжбүри.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: май башында Яҡутиянан ҡайтҡан 400 вахтовик Әбәлилдәге ял йорто обсерваторына урынлаштырылғайны. “Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республика илдә иң беренселәрҙән булып яҡташтарҙы Яҡутиянан ҡайтарыуҙы ойошторҙо, – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов. – Вахтовиктарҙың барыһынан да ҡайтыу менән коронавирусҡа анализ алынды”.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары белдереүенсә, ҡайтыусыларҙың 7-һендә инфекция раҫланған. Уларҙы тиҙ арала Белорет дауаханаһына оҙатҡандар. Ә сир йоҡтороусылар менән аралашҡандарҙы Асҡар район дауаханаһының инфекция бүлегенә урынлаштырғандар.
“Беҙҙе сит ерҙә ташламағандары, ҡайтыуыбыҙҙы ойошторғандары өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, Әбйәлил районы етәкселегенә, обсерватор хеҙмәткәрҙәренә лә яҡшы шарттар булдырғандары өсөн һәм, әлбиттә, табиптарға рәхмәтлемен”, – ти Бөрө районынан Юрий Ардеев.
Вахтовиктарҙың икенсе төркөмө иртәгә ҡайтасаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ. Әлиә Мусина фотолары.
Читайте нас: