Президент Владимир Путин балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса яңы саралар хаҡында белдерҙе.
Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова үҙ фекерҙәре менән бүлеште:
-Рәсәй Президентының яңы йөкләмәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында ил хөкүмәте ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы тәғәйенләнгән социаль ярҙамдың икәүһе - балалары булған барлыҡ ғаиләләргә лә ҡағыла. Бында ғаиләнең килем кимәле һәм мохтажлығы иҫәпкә алынмай.
Тәүге сараға килгәндә, әгәр ҙә ғаиләләге бала 2017 йылдың 1 апреленән алып 2020 йылдың 1 ғинуар арауығына тиклем донъяға килгән икән, тимәк ғаиләгә апрель, май, июнь айҙарына һәр бала өсөн 5 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Йәғни ата-әсәнең 15 мең һум аҡса алыу хоҡуғы бар.
Икенсе ярҙам да илдә йәшәүсе барлыҡ ғаиләләргә ҡағыла. Ул иһә - бер тапҡыр түләнә торған 10 мең һум аҡса. Уға өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ата- әсәләр дәғүә итә ала. Был исемлеккә 16 йәше 2020 йылдың 1 июлендә тулған балалар ҙа инә.
Был ярҙамды алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Уның өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына йәиһә Пенсия фондының урындағы идаралыҡтарына шәхсән мөрәжәғәт итеү ҙә етә.