Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 21:40

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелде

Әлшәй районы үҙәгендә өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелгән.

Әлшәй районы үҙәгендә өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа индерелгән.
Заман талаптарына ярашлы үҙәктең бассейны ла бар. Ул ҡаплаулы 25-әр метр оҙонлоҡтағы дүрт юлдан тора, тәрәнлеге - 1,80 метр. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған.
Комплекста, шулай уҡ, ҙур спорт залы бар. Спорт һөйөүселәргә баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол буйынса шөғөлләнергә мөмкин. Сисенеү, душ бүлмәләре, гардероб, регистратура, медицина кабинеты, буфет һәм етәкселек кабинеттары ла заманса эшләнгән һәм уңайлы. Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр.
Яңы объект төҙөлөү менән районда өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта штат расписаниеһы төҙөлгән. Объект тулыһынса ҡулланыуға әҙер.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемияға бәйле әлегә беҙ бассейнлы спорт комплексын аса алмайбыҙ. Инфекция таралыуға бәйле хәүеф китеү менән ул ишектәрен асасаҡ һәм беҙ балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеү төркөмдәре ойоштора башлаясаҡбыҙ, шулай һәр теләгән кеше һыуҙа йөҙә аласаҡ, - ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: