Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 20:30

Иғтибар: юлда - балалар!

Республикала «Иғтибар - балалар» профилактик сараларға старт бирелде. Был турала юл хәрәкте хәүефһеҙлеге төп дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Республикала «Иғтибар - балалар» профилактик сараларға старт бирелде. Был турала юл хәрәкте хәүефһеҙлеге төп дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
4 ай эсендә республикала балалар ҡатнашлығында 86 автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда бәлиғ булмаған 4 бала һәләк булған, 87 кеше тән йәрәхәттәре алған.
Аварияларҙың иң ҙур өлөшө Өфө ҡалаһына тура килә. Шулай уҡ Октябрский, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Иглин, Дыуан, Хәйбулла райондарында күрһәткестәр юғары. Аварияларҙа балаларҙың тән йәрәхәттәре алыу осраҡтары Өфө һәм Белорет райондарында күп теркәлә.
Транспорт фажиғәһендә һәләк булған балалар автомобилдә пассажир булған. Шулай уҡ машина аҫтына эләккән һәр өсөнсө бала - йәйәүле.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: kdm69
Читайте нас: