Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 00:50

Мутлашыусыларҙан алданғандар

“Картамдан ҙур суммала аҡсалар юғалды”. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә урындағы халыҡтан шундай эстәлекле бер нисә ғариза килгән.

“Картамдан ҙур суммала аҡсалар юғалды”. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә урындағы халыҡтан шундай эстәлекле бер нисә ғариза килгән.
Мутлашыусылар ҡорбандарының береһе – Белоретта йәшәүсе 40 йәшлек ханым. Уның һөйләүенсә, бер көндө ханымдың телефонына билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙен банк хеҙмәткәремен тип таныштыра.
“Һеҙҙең карта буйынса шикле операциялар башҡарыла, хәлде асыҡлау өсөн смс-кодтар кәрәк”, – ти шылтыратыусы. Ханым уны-быны уйлап тормай, кодтарҙы әйтә. Шунан һуң мутлашыусы ҡатындың картаһынан 430 мең һумдан күберәк аҡсаһын урлай.
Белоретта йәшәүсе 44 йәшлек ханым да шундай ҡараҡтар ҡулына эләгә. Был юлы мутлашыусы: һеҙҙең банк картаһынан аҡса һалдырырға йыйыналар, аҡсаларҙы хәүефһеҙ һаҡлау өсөн уны икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк”, – тип смс-кодтар һорай. Был ханымдың картаһынан 103 мең һумдан күберәк аҡсаһы юғала.
Осраҡтар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тикшереү бара.
Екатерина Косякова,
Белорет эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте.
Фото: vsarov.ru
Читайте нас: