Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 16:30

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар 94-кә артҡан

18 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2155 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 94 кешегә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

18 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2155 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 94 кешегә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Республикала әлеге ваҡытта сирлеләр һаны — 1487 кеше, һауыҡҡандар — 651, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (ошо осорҙа 17 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 81 төбәгендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 8926 осрағы асыҡланған, 2836 кеше һауығып сыҡҡан.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 290 678 сирле асыҡланған, һауыҡҡан пациенттар һаны — 70 209 кеше. Шулай уҡ тәүлек эсендә 91 осрағы теркәлгән. Ошо осорҙа Рәсәйҙә 2722 кеше коронавирустан вафат булған, тип хәбәр итте коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб.
Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә коронавирусҡа 7,1 миллион тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһына 230,9 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, 264 мең 451 кеше — медицина күҙәтеүе аҫтында.
Башинформ.
Читайте нас: