-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 19:40

Республикала өлкән йәштәгеләр өсөн йәнә изоляция режимы индерелә

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн йәнә изоляция режимы индерелә. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттәге кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн йәнә изоляция режимы индерелә. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттәге кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Тейешле указға 18 майҙа ҡул ҡуйыла.
Республика указы Рәсәй президенты Владимир Путиндың 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн изоляция режимын индереү тураһында йөкләмәләрен иҫәпкә алып әҙерләнгән.
«Был указды әҙерләгәндә табиптарҙың фекерен дә иҫәпкә алдыҡ, хәҙер уға аҙыраҡ төҙәтмәләр индерәбеҙ. Документҡа бер сәғәт эсендә ҡул ҡуйылыр. Указда нимәгә иғтибар йүнәлтәм. Эйе, был — 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн социаль изоляция. Указда ике норма бар. Беренсеһе: эшләп йөрөгән 65 йәштән өлкәндәр өйҙән эшләүгә күсә. Беҙ полиция органдарына рейдтар барышында әлеге йәш төркөмөнә ҡараған кешеләргә иғтибар итергә һәм уларға изоляция режимын үтәргә кәңәш бирергә ҡушабыҙ. Шуға күрә улар магазинға, табипҡа барһын, ашығыс медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн бөтә ҡағиҙәләрҙе указға яҙырбыҙ. Ләкин төп норма — 65 йәштән өлкәндәр йәнә изоляция режимына күсә».
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: domroditelya.ru