Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 03:00

Бер төркөм вахтасылар өйҙәренә ҡайтты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Әбйәлил районында асылған обсерватор үҙ эшен тамамланы. Бында Саха (Яҡут) төбәгендәге коронавирус инфекцияһы буйынса сир усағына әйләнгән Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың тәүге төркөмдәре урынлаштырылғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Әбйәлил районында асылған обсерватор үҙ эшен тамамланы. Бында Саха (Яҡут) төбәгендәге коронавирус инфекцияһы буйынса сир усағына әйләнгән Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың тәүге төркөмдәре урынлаштырылғайны.
Обсерваторҙа 400 вахтасы йәшәне. Уларҙың һигеҙендә коронавирусҡа шик булды. Улар һәм был кешеләр менән бәйләнештә булғандар дауаханаларға оҙатылды. Ҡалғандар ике аҙна карантинда булды, COVID-19 инфекцияһы асыҡланмағандар кисә һәм бөгөн өйҙәренә ҡайтарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
"Егеттәр өйҙәренә ҡайтып китте. Бөтәһенең дә тесты кире һөҙөмтә күрһәтте. Артабан өйҙәрендә табиптар күҙәтеүе аҫтында буласаҡтар, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов. – Райондар, ҡалалар, ҡаршы алығыҙ!"
Обсерваторҙа булған саҡта ҡыуаныслы ваҡиға ла булды. Вахтасы Артур Ибраһимовтың улы тыуған. Ҡайтып китер алдынан уны район етәкселеге һәм ял йорто исеменән “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры – обсерватор етәксеһе Фаил Байназаров ҡотлап, бүләк тапшырҙы.
"Беҙҙең республика Башлығы һәм етәкселек ятҡылыҡтағы хәл буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итеп, беҙҙең өсөн ваҡытлы һәм хәүефһеҙ алып ҡайтыуға өлгәште. Барыһы ла шылтыратып, һеҙ, Башҡортостан кешеләре, бәхетлеһегеҙ, тип әйтә, – тине вахтасы Владимир Берестов. – Беҙҙе бик яҡшы ҡабул иттеләр, уңайлы итеп урынлаштырҙылар. Барыһы ла ҡәнәғәт. Шунда уҡ кәйеф күтәрелде, психологик яҡтан еңеллек кисерҙек. Персоналдың мөнәсәбәте бик һәйбәт булды. Ваҡиғалар яҡшырғас, күптәр бында ял итергә килергә ҡарар итте".
Шулай итеп, Әбйәлил районы обсерваторы бушаны. Яйлап башҡаларынан да яҡташтарыбыҙ һау-сәләмәт өйҙәренә таралыр тип көтәбеҙ.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: