-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 16:00

"Социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләргә бирелә"

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 11 майҙа балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы сығышы быйыл беренсеһе түгел – ил етәксеһе ағымдағы йылдың 15 ғинуарҙағы сығышында ла байтаҡ урынды ғаиләләрҙе социаль яҡлау мәсьәләләренә биргәйне.

Николай ЕВДОКИМОВ, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты, Ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт үҙәге етәксеһе, сәйәси фәндәр кандидаты Владимир Путиндың социаль башланғыстары тураһында:
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 11 майҙа балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы сығышы быйыл беренсеһе түгел – ил етәксеһе ағымдағы йылдың 15 ғинуарҙағы сығышында ла байтаҡ урынды ғаиләләрҙе социаль яҡлау мәсьәләләренә биргәйне. Бында төп иғтибар, тәбиғи, килеме түбән булған һәм социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләргә бирелә. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙең, әйтәйек, хәллерәк йәшәгәндәрҙең шулай уҡ матди ярҙамға өмөт итеүе һәм, уны алмаған осраҡта, ризаһыҙлыҡ күрһәтеүе ихтимал. Әммә һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты, бында Рәсәй Хөкүмәтенең халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙе хәстәрләүен, был эштең йылдан-йыл йоғонтолораҡ була барыуын күрмәү мөмкин түгел, – тине.
Фото: ufa.bezformata.com