-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 09:20

Водителдәргә лә дәртләндереү аҡсаһы билдәләнгән

Рәсәй Хөкүмәте 15 майҙа коронавирус сире асыҡланған граждандарға ашығыс ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәренә ҡағылышлы 484-се ҡарарына үҙгәреш индерҙе.

Рәсәй Хөкүмәте 15 майҙа коронавирус сире асыҡланған граждандарға ашығыс ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәренә ҡағылышлы 484-се ҡарарына үҙгәреш индерҙе.
Быға тиклем табиптарға айына – 50 мең һум, урта һәм кесе медицина персоналына, ашығыс медицина ярҙамы водителдәренә 25 мең һум түләү ҡаралғайны. Пациенттарға стационар шарттарында ярҙам күрһәткән табиптарға – айына 80 мең, урта медицина персоналына – 50 мең, кесе медицина персоналына 25 мең һум өҫтәмә түләү бирелде. Хеҙмәт хаҡына дәртләндереү рәүешендәге өҫтәмә аҡсаны барыһы ла эшләп уҙғарылған фактик ваҡыт өсөн тәғәйен күләмдә алды.
Үҙгәреш индерелгән ҡарарҙа “эшләп уҙғарылған фактик ваҡыт өсөн” тигән һүҙҙәр алып ташланған, пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан ашығыс ярҙам, шулай уҡ транспорт компаниялары водителдәренә дәртләндереү аҡсаһы билдәләнгән. Отпуск ялына сығыу, ауырып китеү сәбәпле айлыҡ норманы тулыһынса эшләп бөтмәгән хеҙмәткәрҙәргә был аҡса күләме ҡайтанан иҫәпләнгән.
Башҡортостанда дәртләндереү аҡсаһы 16-18 майҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә түләнгән. Шулай уҡ аутсорсер булған транспорт компаниялары менән килешеү төҙөлгән һәм водителдәргә апрелгә түләү өсөн аҡса уларҙың иҫәбенә 17 майҙа тулыһынса күсерелгән.
"Молодежная газета". Фото: otdeln.ru