Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 16:30

Үҙмәшғүл граждандарҙың һалымы тураһында

Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ҙур түгел, әммә мөһим.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, “Халыҡ контроле” федераль проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
“Президент тарафынан граждандарға ярҙам күрһәтеүҙең яңы формаларын индереү – системалы характерҙа һәм ул айырыуса зыян күргән социаль төркөмдәргә, бигерәк тә медицина хеҙмәткәрҙәренә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ҙур түгел, әммә мөһим. Уларҙы 3-15 йәшлек балалары булған ғаиләләр аласаҡ. Әлеге ваҡытта ярҙамдың һәр төрө ҙур әһәмиәткә эйә. Социаль сараларҙың яңы пакеты үтә лә киң. Мин был мөрәжәғәттең төп асылы – ҡабул ителгән сараларҙы ил башлыгы тарафынан контролдә тотоу тиер инем. Хәҙер инде ғаиләләргә, балаларға тәғәйенләнгән ярҙам сараларын аҙағына тиклем еткереү мөһим”,- тине Гөлнур Ҡолһарина.
Фото: rb7.ru
Читайте нас: