Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 01:50

Вахтасыларҙың Красноусолдағы карантины тамамланды

Бөгөн “Красноусол” шифаханаһындағы обсерваторҙан Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың тәүге төркөмө карантин ваҡытын тамамлап өйҙәренә таралды.

Бөгөн “Красноусол” шифаханаһындағы обсерваторҙан Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың тәүге төркөмө карантин ваҡытын тамамлап өйҙәренә таралды.
Унда 5 һәм 6 майҙа вахтасыларҙан ике төркөм килтергәйнеләр. Обсерваторҙағылар медицина хеҙмәткәрҙәренең даими күҙәтеүе аҫтында булды. Уларҙың тән температураһын һәм башҡа һаулыҡ күрһәткестәрен тикшереп торҙолар, иммунитетты нығытҡан дарыуҙар бирҙеләр.
Обсерваторҙа булғандарында вахтасылар ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшырҙы. Беренсеһен килгән көндә, икенсеһен 10 көн үткәс. Һәм, ниһайәт, сиргә кире һөҙөмтә алған һәм 14 көн карантинда булған 189 кеше бөгөн өйҙәренә ҡайтарылды.
"Обсерватор асылған көндән алып шифахана нигеҙендә колл-үҙәк булдырылды. Ул вахтасыларҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү һәм тиҙ арала мәғлүмәт биреү өсөн кәрәк ине, онлайн-магазиндарҙан аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтереү ойошторолғайны. Бының өсөн һәр бүлмәгә онлайн рәүешендә эшләгән магазиндар исемлеге ҡуйылды. Үҙәк шулай уҡ - республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дөйөм мәғлүмәт йыйыу һәм биреү урыны ла. Шуныһын билдәләргә кәрәк: колл-үҙәк эште дистанцияла алып бара", тине шифахана директоры, обсерватор начальнигы Евгений Волков.
6 майҙа килгән вахтасылар иртәгә өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Улар - 155 кеше.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: