“Красноусол” шифаханаһында булдырылған обсерватор бушаны. Һуңғы 156 вахтасы өйөнә ҡайтты. Барлыҡ санитар нормаларҙы үтәп, автобустар уларҙы Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа алып барҙы. улар артабан үҙ яғына йүнәләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бында Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасылар йәшәй ине. Кисә унан 189 кеше сыҡҡайны, бөгөн һуңғылары үҙ йортона юлланды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был юлы вахтасылар араһында 25 ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Обсерваторҙа улар өсөн айырым ҡат бүленгәйне.
Обсерваторҙағы кешеләр тәүлек әйләнәһенә медицина тикшереүе аҫтында булды. Уларҙың тән температураһы, пульстары үлсәнде, иммунитетты нығытҡан дарыуҙар биреп торолдо. Вахтасылар өсөн көн һайын дүрт тапҡыр ашау ойошторолдо.
Бында булған саҡтарында улар ике тапҡыр коронавирусҡа анализ тапшырҙы: беренсеһе – килгән көндә, икенсеһе – 10-сы тәүлектә. Һөҙөмтәләр кире булған кешеләр өйҙәренә ҡайтып китте.