Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 08:30

Бер көндә үтерме?

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һәм Еңеү парады бер көндә булыуы ихтимал.

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һәм Еңеү парады бер көндә булыуы ихтимал.
Ошо хаҡта, Кремлдәге сығанаҡтарға таянып, РБК каналы хәбәр итә. Билдәләнеүенсә, Президент хакимиәте был сараларҙы 24 июндә ойоштороуҙы ниәтләй. Элек хәбәр итеүҙәренсә, ул 8 июлдә, хатта Еңеү парады сентябрь баштарында ла булыуы ихтимал ине.
Белгестәр фаразлауынса, әгәр ҙә Еңеү парады 3 сентябргә тәғәйенләнһә, күп кенә дәүләт башлыҡтары килеүҙе кисектерәсәк. Әле Япония премьер- министры шундай позиция белдергән. Ул нәҡ 3 сентябрь килә алмай.
Билдәле булыуынса, Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә тауыш биреү һәм Еңеү парады короноварисуҡа бәйле кисектерелгәйне.
Быйыл беренсе тапҡыр илдә 9 май байрамы киң билдәләнмәне. Рәсәйҙә ул авиа, ветерандарҙың йорто алдындағы парадтар һәм салют менән генә сикләнде. Президент Владимир Путин барыһында видеомөрәжәғәттә тәбрикләне.
Читайте нас: