Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 16:10

Республикала 1 июндә юғары әҙерлек режимын йомшартыуҙың икенсе этабы башланыуы мөмкин

Башҡортостан властары 1 июндә йәнә юғары әҙерлек режимын йомшартырға ниәтләй. Был хаҡта ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуҙа республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Башҡортостан властары 1 июндә йәнә юғары әҙерлек режимын йомшартырға ниәтләй. Был хаҡта ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуҙа республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Беҙгә май аҙағына барып етергә, июнь башын һәйбәт үтергә һәм 1 июнгә, план буйынса, беҙҙә йомшартыу булыр», — тип аңлатты республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йомшартыуҙың беренсе этабы 2020 йылдың 12 майынан индерелде. Республикала битлек менән иркенләп йөрөргә рөхсәт ителде. Балаларға һәм 65 йәштән өлкәндәргә өйҙән сығыу сикләнә.
Башинформ.
Читайте нас: