Мәсетле районында урынлашҡан “Ҡарағай” шифаханаһында республиканың төрлө район, ҡалаларынан бөтәһе 180 кеше 14 тәүлек медицина күҙәтеүе аҫтында ятты. Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың “ваҡытлыса йортона” әүерелгәйне.
Вахтасылар өсөн бар шарттар тыуҙырылды. Карантиндағылар яҡты бүлмәләрҙә йәшәне, телевизор, интернетты һәр кем файҙалана алды. Туҡланыу ҙа юғары кимәлдә ойошторолдо, теләгәндәр үҙҙәре теләгән һәр әйбергә һәм аҙыҡ-түлеккә онлайн-заказ бирә алды. Бигерәк тә шифахананың үҙе етештергән кәзә ҡымыҙына, бал, һөт ризыҡтары һәм тәм-томға ихтыяж ҙур булды. Обсерваторҙағылар өсөн шифахананың үҙендә колл-үҙәк ойошторолдо. Вахтасылар килгән һәм йәшәүҙәренең 10-сы көнөндә COVID-19-ға анализ бирҙе, бәхеттәренә күрә, сир береһендә лә асыҡланманы.
Ниһайәт, бөгөн вахтасылар обсерваторҙы бушатып, тыуған йорттарына ҡайтырға сыҡты. Барлыҡ санитар нормаларҙы үтәп, автобустар уларҙы үҙҙәре йәшәгән ҡала һәм райондарға алып китте.
“Ҡарағай” шифаханаһында мәжбүри ялда булыусылар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен республика Башлығы Радий Хәбировҡа, шифахана етәкселеге һәм уның изге күңелле хеҙмәткәрҙәренә еткерҙе. “Был матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан шифаханаға йәнә киләсәкбеҙ. Тик инде үҙебеҙ менән ғаиләбеҙҙе аласаҡбыҙ, ял итергә, саф һауа һәм хозур тәбиғәткә һоҡланырға һәм һаулығыбыҙҙы яҡшыртырға”, - ти вахтасылар.
Фото: "Вся Уфа" сайтынан.