Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 03:00

Файҙаланыуға тапшырылды

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ремонтланған тәүге юл участкалары файҙаланыуға тапшырылды.

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ремонтланған тәүге юл участкалары файҙаланыуға тапшырылды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында “Дортрансстрой” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы 1,5 саҡрымлыҡ участканы төҙөкләндерҙе. Бында иҫке асфальт яңыртылды, термопластиктан тамға һалынды.
Быйыл милли проект нигеҙендә Стәрлетамаҡта 15,5 саҡрым юлды төҙөкләндереү, ике урам сатын реконструкциялау, 11 светофорҙы алмаштырыу күҙаллана.
Сафҡа индерелгән икенсе объект – Стәрлетамаҡ районында муниципаль-ара әһәмиәттәге Стәрлетамаҡ – Салауат автомобиль юлы. Халыҡтың үтенесе буйынса төҙөкләндерелгән участканың оҙонлоғо – өс километр.
“Милли проектҡа ярашлы, тотош Башҡортостан буйынса 303,09 саҡрым юлды тәртипкә килтерәбеҙ, эш 107 объектта бара”, – тине республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов. Етәксе әйтеүенсә, конкурс ғәмәлдәре ваҡытында үткәрелгәнгә күрә, төбәктә юл-төҙөлөш миҙгеле апрелдә үк башланды, ә уңайлы һауа шарттары эште ваҡытынан алда тамамлауға булышлыҡ итә.
Ремонт барышында 248 юл билдәһе, 1200 погон метр ҡойма, 23 светофор объекты ҡуйылған. Артабан 12,33 саҡрым автомобиль юлын капиталь ремонтлау, 1,96 саҡрымды реконструкциялау, 1,839-ында яңы юл һалыу планлаштырыла. Шулай уҡ өс автоматлаштырылған үлсәү контроле пунктын асыу, фотоға һәм видеоға теркәү камералары һанын 459-ға тиклем арттырыу ҡарала. Был маҡсатҡа 7324,7 млн. һум аҡса йүнәлтелә, шуның 2223 млн. һумы федераль ҡаҙнанан бүленә.
Быйыл республиканан ете муниципаль берәмек: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары милли проектта ҡатнаша.
Фото: республиканың Юл хужалығы идаралығы.
Читайте нас: