Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 12:50

Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө июнгә күсерелде

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙан 6 июнгә күсерелде. 6 июнь мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хәтер көнө була, һуңынан ғәҙәти режимда эшләйәсәк.

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙан 6 июнгә күсерелде. 6 июнь мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хәтер көнө була, һуңынан ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Дата быйылға ғына үҙгәртелде. Был турала яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
«Беҙ, халыҡтың зыяраттарҙы асыу үтенесенә таянып, йәнә дин әһелдәре менән кәңәшләштек», — тип аңлатты Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына автобустар маршрутын уйларға, мәрхүмдәрҙең туғандары барырҙан алда зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә, сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға һәм Иҫкә алыу көнөнән һуң сүпте йыйыу өсөн коммуналь көстәрҙе иҫәпләргә ҡушты.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмауҙы күҙәтеүҙе һораны.
Башинформ.
Читайте нас: