Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 03:30

Сәйәси ваҡиғаға әҙерлек бара

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр кисектерелде, әммә әҙерлектәр эше туҡтатылманы.

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр кисектерелде, әммә әҙерлектәр эше туҡтатылманы.
Бөгөнгө көндә илдең йәмәғәт палатаһы системаһы, тауыш биреүҙәрҙә күҙәтеүсе итеп тәғәйенләү өсөн 100 меңдән ашыу кешенең кандидатураһын алған. Был мәғлүмәттәр 21 майҙа Өфөлә эксперттар һәм йәмәғәтселәр ҡатнашлығында үткән онлайн-осрашыуҙа яңғыраны. Фекер алышыуҙа Рәсәй Президенты эргәһендәге граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкилдәре, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы, республика политологтары, эксперттар, йәмәғәтселәр һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Рәсәй Президенты эргәһендәге граждандар йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкиле Александр Брод билдәләүенсә, ҡурсаланыу режимында был мөһим ваҡиғаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмемәгән, киреһенсә арта бара. “Социологик һорау алыуҙар барышында, ил халҡының 50 проценты һайлау участкаларына киләсәк. Бында тауыш биреүҙәр барышын күҙәтеү алып барыу ҙа бик мөһим. Йәмәғәт күҙәтеүселәре 2018 йылда Президент һайлауҙарында ла, шулай уҡ төбәк, муниципаль һайлауҙарҙа ла яҡшы эш һөҙөмтәһе күрһәтте”, - тине ул.
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, республикала тауыш биреүҙәр барышын күҙәтеү өсөн 15 мең кеше кәрәк буласаҡ, тине. Әлеге ваҡытта тейешле хеҙмәттәр күҙәтеүсе булырға теләүселәрҙән дистацион ғаризалар ҡабул итә. “Йәмәғәт палатаһы профсоюздар, йәш студент-сәйәсмәндәр лигаһы һәм башҡа 22 эре йәмәғәт берекмәләре менән килешеү төҙөгән. Күҙәтеүселәр булып йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән тыш, сәйәси фирҡәләр ҙә, үҙаллы физик шәхестәр ҙә була ала. Ғаризалар 27 марттан башлап ҡабул ителә. Уның формаһы https://op.bashkortostan.ru/сайтында бар”, - тип белдерҙе Ольга Панчихина.
Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы ассоциацияһының башҡарыу директоры Алена Булгакова, йәмәғәт күҙәтеүселәрен он-лайн уҡытыуҙың нисек ойошторолоуын һөйләне. Рәсәй йәмәғәт палатаһының эшсе төркөмө тарафынан “Күҙәтеүсенең этика кодексы” һәм “Йәмәғәт күҙәтеүе буйынса алтын стандарт” тигән нормалар эшләнеүен билдәләп үтте.
Читайте нас: